Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2011, 12:40
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостанға 2012 йылда ете миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк
Иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәртләндереүгә Башҡортостан 2012 йылда федераль бюджеттан 7,4 миллион һум аласаҡ. Тейешле бойороҡҡа РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин ҡул ҡуйған.
Рәсәй Федерацияһы бюджетынан иң яҡшы уҡытыусыларға йәмғеһе 200 миллион һум бүленәсәк. Был хаҡта Хөкүмәт сайтында хәбәр ителә.
Сайтта бирелгән документҡа ярашлы, субсидиялар төбәктәргә тигеҙ бүленмәгән. Мәҫәлән, иң ҙур премия фондын Мәскәү (9 миллион һум), Краснодар крайы (8,6 миллион) һәм Мәскәү өлкәһе (8,2 миллион) аласаҡ. Дағстанға – 7,2 миллион, Татарстанға 5,6 миллион йүнәлтеләсәк.
Иң яҡшы уҡытыусыларға ярҙамға иң бәләкәй субсидиялар, ни бары 200-өшәр мең һумдан, Чукотка автономиялы округына, Магадан өлкәһенә һәм Йәһүд автономиялы өлкәһенә бүленәсәк. Камчатка крайы бер аҙ күберәк – 400 мең һум аласаҡ.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мәғариф
субсидиялар
Читайте нас