11:50 (UTC+5), 12 Декабрь 2011

Юрий Шевчук: «Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт»

Әлфиә Әһлиуллина | фото: Андрей Старостин
— Сәйәсәт – иң етди һәм иң ҡатмарлы сәнғәт. Ул беҙгә йәмғиәттә бергә йәшәргә ярҙам итә, - тип хәбәр итте «ДДТ» төркөмө лидеры Юрий Шевчук Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында.
Баш ҡалала үткәргән көндәренең береһен ул журналистар менән аралашыуға бағышларға ҡарар иткән.
— Кешеләргә сәйәсәттә ысын кеше булып ҡалыуы бик ауыр. Сөнки бында хәлде бөтөнләй икенсе кимәлдә аңлау бара. Глобаль ваҡиғалар кешенең эске сәйәсәтенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Власть – һәр кеше өсөн бик ауыр һынау. Күп кешеләр илдә йәшәгән халыҡтың тормошон яҡшыртыу маҡсаты менән, изге ниәттәр һәм идеялар менән власҡа килә. Әммә бер-ике йылдан был кешелә үҙгәрештәр башлана. Ул тәнҡитте ишетмәй башлай, үҙ фекере булған кешеләрҙе сығарып, уның менән килешеүселәрҙе генә янына ала башлай. Һин иң аҡыллыһы, тип әйтеп тороусы билдәле бер кешеләр генә уны уратып ала. Был бик ауыр йөк, - тип һөйләне Юрий Шевчук. – Был осраҡта иң мөһиме – тормош тәжрибәһе, үҙ-үҙеңде аңлау һәм, минеңсә, үҙеңде аяуһыҙ тәнҡитләү. Шәхсән үҙем концертым менән ҡәнәғәт түгелмен, Өфөлә сығыш яһауы һәр саҡ ауыр, был минең тыуған ҡалам бит.
Музыканттың матбуғат конференцияһында журналистар күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алды. Депутатлыҡҡа һайланыу тураһындағы һорауға Юрий Шевчук былай тип яуапланы:
— Был хаҡта уйламаным, мин бик әҙ беләм, иҡтисадты ла төплө аңлап етмәйем. Бында төплө аҡыллы, белемле кеше кәрәк.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика