12:58 (UTC+5), 12 Декабря 2011

Республикала Халыҡ-ара Мифтахетдин Аҡмулла көндәре асылды

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә бағышланған йыл һайын үткәрелеүсе саралар башланды. Быйыл улар шағирҙың 180 йыллығына арнала.
«Башинформ» агентлығына М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан хәбәр итеүҙәренсә, программа сараларға бай булмаҡсы. Был шағирҙың үҙенә һәм мәғрифәтселек дәүеренә бағышланған тематик күргәҙмәләр, М.Аҡмулла әҫәрҙәренә нигеҙләнгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса асыҡ дәрестәр, шиғри конкурстар, конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр.
Педагогия университетында сараларға старт бирелде, унда «М.Аҡмулла һәм мәғрифәтселек дәүере» экспозицияһы асылды, артабан Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты Әхәт Вилданов онлайн-конференция үткәрәсәк.
Шишәмбе, 13 декабрҙә, Өфөнөң 9-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбендә төрки халыҡтар поэзияһы кисәһе үтәсәк. 14 декабрҙә БДПУ-ла 5-11 синыф уҡыусылары араһында Аҡмулла ижады буйынса интернет-олимпиада һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ойоштороласаҡ, 15 декабрҙә «Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар» түңәрәк өҫтәле уҙғарыласаҡ.
«Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда 16 декабрҙә үтәсәк. Уның сиктәрендә алты секция ултырышы ойоштороласаҡ.
«Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге» фольклор байрамы Өфөлә 16 декабрҙә уҙғарыласаҡ. 17 декабрҙә Аҡмулланың тыуған яғы Миәкә районында үтәсәк «Аҡмулла нәсихәттәре» байрамы һуңғы сара буласаҡ.
Башҡорт дәүләт педагогия университетынан асыҡлауҙарынса, был мөһим сарала Мәскәү, Ҡазан, Һамар, Магнитогорск, Екатеринбург, Саранск, Ырымбур, Сургут, Ижевск, Ярославль, Яр Саллы, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Болғар юғары уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика