Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2011, 17:31

14 декабрҙә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

14 декабрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙе теркәү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола.
Ҡабул итеүҙе Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ригина Фәхретдинова үткәрәсәк.
Башлана — сәғәт 10-да.
Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Теги:анонс
Читайте нас: