09:03 (UTC+5), 08 Декабря 2011

Мифтахетдин Аҡмулла көндәре 12 декабрҙә башланасаҡ

Эльмира Сабирова
Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә арналған биш көнгә һуҙыласаҡ саралар Башҡортостанда 12 декабрҙә башланасаҡ. Йыл һайын үткәрелеүсе байрам быйыл шағирҙың тыуыуына 180 йыл тулыуға ҡарата ойошторола һәм республиканың баш ҡалаһында ла, Аҡмулланың тыуған ере – Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ла үткәреләсәк.
Атап әйткәндә, «Мәғрифәтселәрҙең мәҙәниәттәге һәм мәғарифтағы гуманистик мираҫы» темаһына халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәреү ҡаралған. Уның сиктәрендә алты секция ултырышы үтәсәк. Унда тарихи-фәлсәфәүи мираҫҡа, мәғрифәтселек традицияларына һәм хәҙерге педагогия вузын тамамлаусы студентты формалаштырыуҙың инновацион нигеҙҙәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ.
Бынан тыш, Аҡмулла ижады буйынса 5-11 класс уҡыусылары араһында үткәрелгән интернет-олимпиадаға йомғаҡ яһаласаҡ һәм уның еңеүселәре бүләкләнәсәк. Шулай уҡ «Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә дини һәм мифологик мотивтар» темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ, төрки халыҡтарының шиғыр кисәһе үткәреләсәк.
Өфөлә «Башҡортостан – дуҫлыҡ бишеге» фольклор байрамы төп сара буласаҡ. Ул 16 декабргә билдәләнгән. Ошондай уҡ тағы бер сара, әммә республика күләмендәгеһе, мәғрифәтсенең тыуған ере - Миәкә районында ла әҙерләнә. 17 декабрҙә бында «Аҡмулла нәсихәттәре» байрамы үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика