16:55 (UTC+5), 07 Декабря 2011

Өфөлә кеше хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеү буйынса бөтә Рәсәй конференцияһы үтәсәк

Людмила Терновая
Өфөлә 8 декабрҙә «Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләт һәм йәмғиәттең көнүҙәк мәсьәләләре» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтәсәк. Сара Дөйөм кеше хоҡуҡтары декларацияһын ҡабул итеүгә 63 йыл тулыу айҡанлы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты нигеҙендә ойошторола.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Мәскәүҙәге Мәғлүмәт үҙәге директоры Александр Горелик, Рәсәйҙең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына булышлыҡ итеү ассоциацияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтары һәм демократия буйынса ЮНЕСКО кафедраһы мөдире Алексей Борисов, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы һәм идара итеү органдары етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары конференция эшендә ҡатнашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика