10:12 (UTC+5), 07 Декабря 2011

Башҡортостан Президентына шыршы байрамына республиканан 780 бала киләсәк

Эльмира Сабирова
Төп Яңы йыл тамашаһы – Президент шыршыһы быйыл 21 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Унда 780 бала ҡатнашасаҡ. Йола буйынса улар иҫәбендә айырыуса һәләтле балалар, төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа һәм олимпиадаларҙа еңеүселәр, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән булған балалар, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең баш белгес-эксперты Рәмзиә Бикҡужина хәбәр итте.
Спектакль рус һәм башҡорт әкиәттәре буйынса ҡуйыласаҡ. Изгелек һәм яуызлыҡ тураһындағы хикәйәне балаларға Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары һәм баш ҡаланың балалар ижади коллективтары актерҙары тәҡдим итәсәк.
Ҡыш бабай ролендә - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, ә уның ейәнсәре Ҡарһылыу ролендә Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлшат Ғайсина уйнаясаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар спектакленең режиссеры – Илшат Фәхертдинов. Сценарий авторы – Дәүләт академия рус драма театры хеҙмәткәре – Владимир Аношкин.
Сәхнәләге төп тамашанан тыш, балаларҙы «Нефтсе» фойеһында күңел асыу программаһы ла көтә.
Байрам аҙағында һәр йәш ҡунаҡҡа Башҡортостан Президентынан бүләк тапшырыласаҡ.
Был спектакль шулай уҡ 22 декабрҙә - ҡала шыршыһында, ә 23 декабрҙә социаль шыршы байрамында күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, Яңы йыл постановкалары ҡаланың барлыҡ театр сәхнәләрендә үтәсәк. Әлеге ваҡытта һәр ижади коллектив балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм сағыу тамаша әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика