11:38 (UTC+5), 06 Декабрь 2011

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына мөрәжәғәт итте

"Башинформ"
5 декабрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика халҡына видеомөрәжәғәтендә билдәләүенсә, алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау төбәктә ойошҡан рәүештә һәм уңышлы үтте.
— Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яуаплылыҡ күрһәткәндәре, гражданлыҡ позицияһы, илебеҙ өсөн мөһим һәм кәрәкле эштән ситтә ҡалмағандары өсөн рәхмәт белдерәм, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Ул һайлау алды һәм һайлау марафонында еңеүсе - «Берҙәм Рәсәй» партияһын ҡотланы, Башҡортостанда был партия күпселек тауыш йыйған. Шулай уҡ Президент республикала беренсе тапҡыр байтаҡ тауыш йыйған Коммунистар партияһы вәкилдәрен ҡотланы. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, «Ғәҙел Рәсәй» менән «Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы» ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән».
— Быларҙың барыһы ла – демократия башланғыстары. Был Башҡортостанда һайлауҙарҙың ғәҙел, лайыҡлы үтеүе тураһында һөйләй, беҙҙең республикала шулай булырға тейеш тә, - тип белдерҙе Президент.
— Мин еңеүсе партия исемлегендә беренсе урында торам, әммә Дәүләт Думаһына эшкә китергә йыйынмайым, тип әйтергә теләйем. Бындай ышаныс артабан эшләр өсөн көс бирә, һәм йәмғиәттең миңә ҡарата ышанысы булғанда Башҡортостан Республикаһында эшләйәсәкмен әле. Яҡлауығыҙ өсөн, республикала һайлауҙа ҡатнашып, мөһим эш башҡарғанығыҙ өсөн рәхмәт, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов республика халҡына мөрәжәғәтендә.
— Беҙҙең алда яңы һайлау тора. Март айында Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡала округтарында ҡала Советтарын булдырасаҡбыҙ. Был да ҙур һәм ауыр эш, әммә был һынауҙарҙы ла намыҫ менән үтербеҙ, тип ышанам, - тине Башҡортостан Президенты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика