10:21 (UTC+5), 06 Декабрь 2011

Баш ҡалала «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы бара

Галина Бахшиева
Башҡортостандың «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы менән иғлан ителгән «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы ярҙамында Өфөнөң Ленин районында белем алыусы мәктәп уҡыусылары 8,5 тонна макулатура йыйған. Ошо көндәрҙә мәктәптәрҙә ҡағыҙ йыйыу буйынса эстафетаны баш ҡаланың Октябрь районы ҡабул итте. Бөгөнгө көнгә бында 4,3 тонна макулатура йыйылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә бер ай элек старт алған акцияла ҡаланың барлыҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ҡатнаша ала. «Ҡағыҙға – икенсе ғүмер» акцияһы ҡала райондары буйынса бер нисә этапҡа бүленгән. Макулатураны алыу өсөн мәктәптәргә «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының махсус автомобиле – экомобиль килә.
— Макулатураны рациональ файҙаланыу һәм эшкәртеү кәрәклеген балаларға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Билдәле булыуынса, бер тонна макулатура дүрт кубометрға яҡын ағасты һаҡлай, ә был биш ҙур ағас тигән һүҙ. Тимәк, мәктәп уҡыусылары дөйөм алғанда 60-тан ашыу ағасты һаҡлап ҡалған, - тине «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының инженер-экологы Альбина Шәмсетдинова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика