Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-27 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2011, 11:55
Өфөнөң «Олимпик-парк» спорт комплексында Халыҡ-ара волонтерҙар көнө билдәләнәсәк
5 декабрь – Халыҡ-ара волонтерҙар көнө. Ул 1985 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән булдырылған. Кешеләр үҙҙәре теләп балалар йорттарына, һауыҡтырыу учреждениеларына бара, урамдарҙы таҙарта, башҡа социаль йүнәлештәге сараларҙа ҡатнаша. Европала был көндө волонтерҙар үҙҙәренең профессиональ байрамдарын билдәләү, тәьҫораттары менән бүлешеү, шулай уҡ йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында бергә йыйыла.
Өфөлә был көндө Башҡорт дәүләт медицина университетының Волонтерҙар үҙәге ысын байрам ойошторасаҡ. Волонтерҙарға, студенттарға һәм уҡытыусыларға тау саңғыһы фестивалендә ҡатнашырға тәҡдим ителә. Фестивалгә Башҡортостан Республикаһының министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре саҡырылған.
Саңғы ярыштары «Олимпик-парк» тау саңғыһы үҙәгендә 5 декабрҙә 12-18 сәғәттәрҙә үтәсәк.
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
ҡышҡы спорт төрҙәре
халыҡ-ара волонтерҙар көнө
Читайте нас