12:40 (UTC+5), 05 Декабря 2011

Баш ҡалала Республика телевизион милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәттәре республика телевизион фестиваль-марафонының гала-концерты Өфөлә 8 декабрҙә «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында үтәсәк.
Милли мәҙәниәттәр фестивале – Башҡортостанда Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған ҙур проект. Ул октябрҙә старт алды һәм бер ай дауамында республиканың барлыҡ тиерлек район һәм ҡалаларын йәлеп итте. Республика халыҡтарының милли мәҙәниәттәрен, халыҡ ижады жанрҙарын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, Башҡортостан халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу фестиваль маҡсаттары булып тора. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, республика ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәттәре сығыш яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестивалде асыу тантанаһы Архангел ауылында үтте. Унда Өфөнән, Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Иглин һәм Өфө райондарынан үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашты.
Артабан фестиваль республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарына юлланды, унда эстафетаны Белорет районы ҡабул итте. Халыҡтарҙың милли мәҙәниәттәре фестиваль-марафонында Белорет районынан дүрт халыҡ фольклор коллективы сығыш яһаны.
Артабан фестиваль-марафон Баймаҡ ҡалаһына юлланды, унда Хәйбулла, Йылайыр райондарының һәм Сибай ҡалаһының фольклор коллективтары үҙ ижады менән таныштырҙы.
15 октябрҙә фестивалде – Мәләүездә һәм Стәрлетамаҡта, 18 октябрҙә - Кушнаренко ауылында һәм Нефтекама, Яңауыл ҡалаларында, 19 октябрҙә - Бөрөлә, 21 октябрҙә Саҡмағош, Раевка ауылдарында һәм Бәләбәй ҡалаһында ҡабул иттеләр. Фестиваль 22 октябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында тамамланды.
«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 8 декабрҙә үтәсәк телевизион фестиваль-марафондың гала-концерты үҙенә күрә республикала Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына йомғаҡ яһау буласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн Өфөгә иң яҡшы солистар һәм коллективтар – фестивалдең зона программаларында ҡатнашыусылар саҡырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика