09:54 (UTC+5), 02 Декабрь 2011

Арғаяштан йәш башҡорт артистары өлкә фестивалендә еңеү яуланы

Тимур Рәхмәтуллин
Силәбе өлкәһенең Халыҡтар дуҫлығы йортонда II «Ватанымды йырлайым» өлкә заманса милли һәм эстрада йыры фестиваленең аҙаҡҡы этабы үтте. Ойоштороусылар - өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Рәсәйҙең Силәбеләге Пенсионерҙар союзы. Сарала өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан 300-гә яҡын башҡарыусы ҡатнашты.
Арғаяш балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Эдвина Йомағужина һәм уның уҡытыусыһы Виктор Осинцев Арғаяш районы исеменән сығыш яһаны. Улар «Минең йортом – Рәсәй» йырын башҡарҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллегенең матбуғат секретары Михаил Хәбиров.
Эдвина Йомағужина башҡарған лирик башҡорт халыҡ йырҙары береһен дә битараф ҡалдырманы.
— Арғаяш районында башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен, фольклорын өйрәнеүсе һәләтле балалар күп, һәм был үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Бында Арғаяш муниципаль районы хакимиәтенең роле ҙур, әлбиттә, - тине Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов.
Һөҙөмтәлә Арғаяш әртистәре «Йөрәк хәтере» номинацияһында беренсе урын яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика