Башҡортостанда һайлау көнөндә алты мең полиция хеҙмәткәре эшләйәсәк
Йәмғиәттә тәртип һаҡлау маҡсатында һайлау көнө - 4 декабрҙә Башҡортостанда алты мең эске эштәр органдары хеҙмәткәре эшләйәсәк. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.