Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2011, 19:08

Вице-премьер Марат Мөлөков интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

30 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Марат Мөлөковтың онлайн-конференцияһы үтте.
Бер сәғәт дауамында вице-премьер һорауҙарға яуап бирҙе. 17 сәғәттән 18-гә тиклем «Министрға һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит»те уҡыусы һәр кем уға мөрәжәғәт итә ала ине.
Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.
Марат Мөлөковтың виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.
Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: