18:20 (UTC+5), 29 Ноября 2011

Республика вәкиле «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты

Эльмира Сабирова
Өфөнөң «Спутник» туристар клубы рәйесе Станислав Сырыгин Волгоградта үткән «XXI быуат лидеры» бөтә Рәсәй конкурсы финалында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Станислав «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының 26-35 йәшлек лидерҙары» номинацияһында иң яҡшыларҙан тип табылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан.
Конкурста илдең 40 төбәгенән йәмғеһе йөҙҙән ашыу перспективалы йәш кеше ҡатнашты. Финалда ҡатнашыусылар күргәҙмә, үҙ-үҙеңде күрһәтеү конкурсы, эш уйыны, проекттарҙы яҡлау кеүек бәйгеләрҙә үҙ тәжрибәһен һәм потенциалын күрһәтте.
— Күргәҙмәлә мин үҙемдең туристар клубын, анығыраҡ әйткәндә - республикала велосипедтар йөрөшөн үҫтереүҙе тәҡдим иттем, - тип әйтә Станислав Сырыгин. – Үҙ-үҙеңде күрһәтеү конкурсында эксперттарға һәм хеҙмәттәштәргә үҙеңден гражданлыҡ позицияңды еткереү, төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙа үҙеңдең тәжрибәңде һәм ролеңде күрһәтеү фарыз ине. Эш уйынында мин «Федераль кимәлдә спорт туризмы үҙәктәре селтәрен булдырыу» проектын әҙерләнем һәм яҡланым. Конкуренция ҙур булды. Үҙ номинациямда тәүге өсәү иҫәбенә инеүем менән ғорурланам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика