07:56 (UTC+5), 28 Ноября 2011

Республика Президенты күп балалы ғаиләләргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам итте

Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков
26 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Химиктар мәҙәниәт һарайында булды, унда «Әсә көнө» байрамы үткәрелде. Сараға күп балалы һәм инвалид балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр йыйылды. Байрам Өфөлә «Берҙәм Рәсәй» көнөн үткәреү сиктәрендә ойошторолдо.
— Әсәләргә ярҙам күрһәтеүҙе дәүләт беренсе урынға ҡуя, - тине республика башлығы, сарала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп. – Күп нәмә эшләнеп бөтөлмәгән әле. Беҙ был эште башлап ҡына торабыҙ, тәүге аҙымдар яһайбыҙ. Республика етәксеһе булараҡ, мин һәр ваҡыт әсәләрҙең тормошон еңеләйтеүгә, күп балалы әсәләрҙең торлаҡ, ер һәм башҡа мәсьәләләрен хәл итеүгә ресурстар йүнәлтеү тураһында уйлайым. Әсәләрһеҙ, ғаиләләрһеҙ, кешеләрһеҙ илебеҙҙә бер ни ҙә эшләй алмаясаҡбыҙ. Власть халыҡҡа таянып, уға ярҙам итеп кенә эшләй ала.
Президент яңыраҡ «Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы Законға үҙгәрештәр индереү хаҡында»ғы Законға ҡул ҡуйыуы тураһында иҫкә төшөрҙө. Был документ бәлиғ булмаған өс һәм унан да артыҡ бала тәрбиәләүсе граждандарға шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкалары биреүҙе күҙ уңында тота. Был хоҡуҡ менән инвалид балалар тәрбиәләүсе кешеләр ҙә файҙалана ала.
Рөстәм Хәмитовтың сығышынан һуң сәхнәгә өс күп балалы ғаилә сыҡты. Уларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостан Президенты былай тине:
— Өфө хакимиәте башлығы менән һеҙҙең торлаҡ мәсьәләләрегеҙ буйынса килешеүгә өлгәшелде, улар хәл ителәсәк.
Бынан тыш, ғаиләләрҙең береһенә мөрәжәғәт итеп, республика башлығы уларға микроавтобус вәғәҙә итте.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика