11:02 (UTC+5), 28 Ноября 2011

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереү Тармаҡты яңыртыу программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ

Республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен артабан үҫтереү Тармаҡты яңыртыу программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ, тип билдәләне Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса республика Советының күсмә ултырышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев.
— Башҡортостан Республикһы Президентының 2011 йылдың 25 авгусындағы «Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының территориаль органдары тураһында»ғы Указына ярашлы медицина округтарында, Яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының туғыҙ территориаль органын булдырыу күҙ уңында тотола, - тип хәбәр итте Георгий Шебаев. – Уларға эште ойоштороу, финанслау һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеген контролдә тотоу йөкмәтелә.
Улар республиканың ҙур күп профилле ҡала һәм район дауаханалары нигеҙендә булдырыласаҡ, дөйөм ҡеүәте – 1863 урын.
— Муниципаль-ара медицина үҙәктәрен булдырыу беҙҙең төп маҡсат булып тора, улар барлыҡ хеҙмәттәрҙе лә тәүлек әйләнәһенә күрһәтәсәк, - тине ведомство башлығы. – Ағымдағы йылда республикала – яҡынса 2 миллиард һумға 116 дауалау-профилактика учреждениеһы өсөн 1872 берәмек, 2012 йылда 1,8 миллиард һум аҡсаға 120 дауалау-профилактика учреждениеһы өсөн 1369 берәмек медицина ҡорамалдарын алыу ҡаралған.
Кадрҙар һәр тармаҡтың да иң мөһим ресурсы булып тора, тип билдәләне Георгий Шебаев. Тармаҡтағы кадрҙар мәсьәләһен яҡшыртыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентының «Башҡортостан Республикаһының ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының кадрҙар потенциалына дәүләт ярҙамы саралары тураһында»ғы Указы әҙерләнә. Указға ярашлы, ауылда эшләгән йәки эшләргә теләк белдергән белгестәргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү күҙ уңында тотола. Йыл һайын юғары профессиональ белем биреү медицина учреждениеларын тамамлаусы 300-ҙән ашыу йәш белгесте райондарға йүнәлтеү планлаштырыла, уларға 100 000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнәсәк.
— Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу Башҡортостандың социаль-иҡтисади потенциалын арттырыуға һәм халыҡтың сәләмәтлек торошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Георгий Шебаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика