17:55 (UTC+5), 25 Ноября 2011

Рөстәм Хәмитов республиканың Һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә Советында сығыш яһаны

Людмила Терновая
Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы этап башлай. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау буйынса күсмә Советының пленар ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.
Төбәк башлығы, алдағы ваҡытта, яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, тармаҡҡа 15,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип билдәләне. Средстволар техник йәһәттән ҡайтанан йыһазландырыуға тотоноласаҡ, тип күҙаллана.
Республика ғүмер оҙонлоғо буйынса, Президент һүҙҙәренсә, Рәсәйҙә иң яҡшы күрһәткестәргә эйә.
Рөстәм Хәмитов яҡын арала көсөргәнешле эш талап иткән биш йүнәлеште билдәләне.
Дөйөм алғанда насар булмаған демографик һөҙөмтәләргә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда отчет осорона күрһәткестәрҙең насарайыуы күҙәтелә.
Шулай итеп, 2011 йылда үлем 0,7 процентҡа артҡан.
Иғтибар талап иткән икенсе проблема - кадрҙар мәсьәләһе. Республикала табиптар етешмәй. Бөгөнгө көнгә дефицит 10 мең белгес тәшкил итә. Рөстәм Хәмитов был проблеманы хәл итеү өсөн «Земство табибы» проекты булдырылыуы хаҡында әйтте.
Президент билдәләгән йәнә бер мәсьәлә - дарыуҙар менән тәьмин тиеү. Был проблема айырыуса ауылдар өсөн актуаль.
Шифахана-курорт тармағын үҫтереү Президент билдәләгән дүртенсе мәсьәлә булып тора. Республиканың был учреждениелары йылына 150 мең кешене хеҙмәтләндерә ала. Әммә барыһы ла бында эләгә алмай. Башҡортостан халҡының ни бары 20 проценты республика шифаханаларында ял итә ала.
Тармаҡ өсөн бүленгән средстволарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһе, Президент фекеренсә, шулай уҡ ентекле тикшереүҙе талап итә.
— Бөгөн беҙ үҙәк район дауаханаларының күрһәтелгән ярҙам арҡаһында яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрҙек, - тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын камиллаштырыу һәм медицина ҡорамалдарын яңыртыу өҫтөндә эшләргә кәрәк, тип белдерҙе төбәк башлығы.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика