18:34 (UTC+5), 23 Ноября 2011

Республиканың баш ҡалаһында иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы булдырыласаҡ

Эльмира Сабирова
Өфөлә иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы булдырыласаҡ. Унда ҡала, төбәк һәм бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ конкурстарында еңеүселәр, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара олимпиада призерҙары остаздары, тикшеренеүсе уҡытыусылар инәсәк. Ассоциация маҡсаттары – белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең профессиональ компетентлығын күтәреү, педагогтарҙың инновацион тәжрибәһен йәйелдереү буйынса эшмәкәрлекте көйләү, мәғариф үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын асыҡлау. Был хаҡта баш ҡала Мәғариф идаралығының Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәгенән хәбәр иттеләр.
— Бындай ассоциациялар бөтә тиерлек төбәктәрҙә лә бар, - тип хәбәр итте Фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге директоры Вариса Асабина. – Ойошманы булдырырға уҡытыусылар үҙҙәре тәҡдим итте. Был төбәк педагогтарына ҙур ярҙам буласаҡ. Ассоциацияға инәсәк уҡытыусыларҙың уникаль тәжрибәһе бар.
Инициативалы төркөм кәңәшмәһе кесе йома, 24 ноябрҙә, Өфө хакимиәтенең Ҙур залында үтәсәк. Башлана – 17 сәғәттә.
Ойоштороу мәсьәләләренән тыш, I Башҡортостан Республикаһы баш ҡалаһының иң яҡшы уҡытыусылар ассоциацияһы форумын әҙерләү һәм үткәреү ҙә тикшереләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика