Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.13
+0.02
18+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2011, 15:21

Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

23 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдиновтың онлайн-конференцияһы үтте.
Бер сәғәт дауамында вице-премьерға Хөкүмәт Аппараты эшмәкәрлегенә, республиканың иҡтисади һәм халыҡ-ара бәйләнештәренә, Дәүләт заказдарын урынлаштырыуға, Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарын комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға бәйле 30-лаған һорау бирелде.
Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.
Илшат Тажетдиновтың виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.
Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.
Автор:Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: