07:49 (UTC+5), 22 Ноября 2011

Ғафури районында Жәлил Кейекбаев тураһында конференция үтте

Тимур Рәхмәтуллин
Ғафури районының Сәйетбаба ауылында билдәле башҡорт ғалим-тюркологы, телсе, яҙыусы, профессор Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған фәнни-ғәмәли конференция үтте. Был форум ғалим юбилейына арналған сараларҙың аҙаҡҡыһы булды. Ойоштороусылар – Ғафури районы хакимиәте, Сәйетбаба ауыл советы, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге. Конференцияла дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, яҙыусылар, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары һәм район мәктәптәре уҡытыусылары, республика матбуғаты вәкилдәре, шулай уҡ профессорҙың улы – Дәүләт Думаһы депутаты Морат Кейекбаев ҡатнашты.
Әҙәбиәт, шиғриәт, драматургия үҫешенә индергән өлөшө өсөн, рухи-әхлаҡи традицияларҙы тергеҙгәне, һаҡлап ҡалғаны, нығытҡаны өсөн күптәргә Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар тапшырылды, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Рауил Лоҡманов. Улар араһында - яҙыусылар Кәбир Аҡбашев менән Лира Яҡшыбаева, журналист, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Вилдан Шәрипов. Ж.Кейекбаевтың 5 телдә (рус, башҡорт, төрөк, инглиз, немец) донъя күргән «Урман әкиәттәре» йыйынтығын нәшер итеүселәр һәм тәржемә итеүселәр, шулай уҡ профессор мираҫын һаҡлап ҡалғандары өсөн башҡорт теле уҡытыусылары почет грамоталары менән бүләкләнде.
Делегаттар Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә асыҡ дәрестәр ҡараны, уҡыусылар һәм педагогтарҙың эштәре тәҡдим ителгән тематик күргәҙмә менән танышты. Бынан һуң улар ғалимдың тыуған ауылы – Ҡаранйылғаға юлланды, унда сарала ҡатнашыусылар Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейын ҡараны.
Форум сиктәрендә ҡунаҡтарға Ж. Кейекбаев хикәйәләре һәм әкиәттәре буйынса ҡуйылған театрлаштырылған тамашалар тәҡдим ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика