Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2011, 15:07

Дүртөйлө районында алты автомобиль бәрелешкән

Дүртөйлө районында Мәскәү – Өфө трассаһында алты автомобиль бәрелешкән, аварияла ике кеше һәләк булған. «МАН» йөк машинаһында өфөлө Мәскәү яғына йүнәлгән булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көслө ҡар яуған ваҡытта тиҙлекте арттырыуы арҡаһында водитель юл ыңғай килгән «Приора», артабан «Шевроле»ны бәрҙерә. Бынан һуң ауыр йөк машинаһы ҡаршыға килгән «Газель», «Джили» һәм «Вольво» менән бәрелешә. «Джили» менән «Приора»ның пассажирҙары авария урынында һәләк булған, тағы берәүһе йәрәхәттәр алған, тип хәбәр иттеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.
Автор:Ольга Мортазина | фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: