Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2011, 10:04

Йыл аҙағына тиклем ауыл мәктәптәренә 66 яңы мәктәп автобустары һатып алынасаҡ

2011 йыл аҙағына тиклем төбәктең ауыл мәктәптәре өсөн дөйөм алғанда 66 млн 670 мең һумға 66 мәктәп автобусы һатып алынасаҡ. Яңы автотранспорт асҡыстары 47 район һәм ике ҡала вәкилдәренә тапшырыласаҡ. Был 155 тораҡ пункттан 2 меңдән ашыу баланы мәғариф учреждениеларына һәм йәшәгән урындарына алып барыуҙы ойошторорға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республиканың Мәғариф министрлығынан.
Ошо көндәрҙә генә 14 районға (Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Бакалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр) мәктәп автобустары ҡайтарылған.
Транспорт берҙәм принцип буйынса — уҡыусыларҙы база мәктәптәренә алып барыуҙы ойоштороу һәм иҫкергән автопаркты алмаштырыу өсөн бүленә. Автобустарҙы эксплуатациялау срогы — ете йыл, уларҙың һәр береһе 22 уҡыусыға иҫәпләнгән.
Төбәктең мәғариф ведомствоһынан аныҡлауҙарынса, «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2006 - 2008 йылдарҙа республика мәғариф учреждениелары йәмғеһе 451 автобус алған, шул иҫәптән 208-ен - федераль бюджет, 243-өн республика бюджеты средстволары иҫәбенә. 2009 һәм 2010 йылдарҙа төбәк бюджетынан 53 муниципаль райондың 119 мәктәбе өсөн 112,1 млн һум күләмендә аҡса бүленгән.
Әлеге ваҡытта 1804 тораҡ пункттан 23665 уҡыусы мәктәп автобустарында уҡырға йөрөй.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: