Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ярҙамы менән М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Өфөнөң Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге инвалид балалар өсөн «Юғарыға хыял артынан» хәйриә концертын үткәрҙе.
Бәләкәй тамашасыларҙы әкиәт геройҙары, клоундар ҡаршы алды, тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат хеҙмәтенән. Театр фойеһы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар төшөргән һүрәттәр менән биҙәлде. Хәйриә концертында Сәғиҙулла Байегет, Фирүзә Париж, Алһыу Бәхтиева һәм башҡа бик күп теарт һәм эстрада йондоҙҙары, «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле ҡатнашты. Улар менән бер рәттән сәхнәлә ҡаланың реабилитация үҙәгендә дауаланыусы балалар ҙа сығыш яһаны.
Атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһының Паралимпия комитеты вице-президенты, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, еңел атлетика буйынса 18 тапҡыр донъя чемпионы, 13 тапҡыр паралимпия уйындары чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы, 20 тапҡыр донъя рекордсыһы Рима Баталова, «Урал» волейбол клубы спортсыһы, Европа чемпионы, донъя чемпионаты призеры, бер нисә тапҡыр Рәсәй чемпионы, 2010 йылғы донъя Кубогын яулаусы Марат Йосопов кисәгә саҡырылған почетлы ҡунаҡтар араһында булды.
Сара аҙағында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директоры Рауил Миңнебаев концертты ойоштороусыларға һәм тамашасыларға рәхмәтен белдерҙе һәм Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысоваға, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевҡа рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билет һатыуҙан килгән аҡсалар һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы дауалау һәм реабилитациялау өсөн йүнәлтеләсәк.
Проектты ойоштороусылар билет һатып алыу формаһында финанс ярҙам күрһәткән предприятие һәм учреждениеларға ҙур рәхмәтен белдерә.