Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2011, 18:39
Абитуриенттар өсөн «БДУ дуҫтарын йыя» байрамы 19 ноябрҙә үтәсәк
Шәмбе, 19 ноябрҙә, Башҡорт дәүләт университеты буласаҡ абитуриенттар, уларҙың ата-әсәләре, университетты тамамлаусылар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.
«БДУ дуҫтарын йыя» байрамы бындай форматта икенсегә үткәрелә. Тәүге тапҡыр ул ағымдағы йылдың майында ойошторолғайны.
Ҡунаҡтарҙы күп төрлө сюрприздар көтә. Был көндө өлкән синыф уҡыусылары университетта эшләгән һәм уҡыған кешеләр менән таныша аласаҡ.
Программала БашДУ ректоры, факультет декандары һәм университетты тамамлаусылар менән осрашыу планлаштырыла. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар ала аласаҡ.
Рәсми өлөштән тыш, күңел асыу сараһа ла планлаштырыла. Байрамды ойоштороусылар билдәләүенсә, ул үҙенә күрә «Студенттар Арбаты» буласаҡ.
Вуздың матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, төп приз – студенттар төркөмө составында Башҡортостандың тау саңғыһы курортына путевка.
«БДУ дуҫтарын йыя» байрамы 13.30 сәғәттә башланасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 273-67-08 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә була.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
акциялар
вуздар
Читайте нас: