14:03 (UTC+5), 15 Ноября 2011

Туймазы районы ауылдарында моделле китапханалар асыла

Айҙар Камалетдинов
Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында районда дүртенсе булған моделле китапхана асылды. Бынан алда китапхана мөдире Гүзәл Хәкимова «Ҡарамалы-Ғөбәй китапханаһы – урындағы берләшмәнең заманса социомәҙәни үҙәге» проекты өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты грантына лайыҡ булған. Грант средстволарын Гүзәл Хәкимова тулыһынса китапханаһын яңыртыуға йүнәлткән. Атап әйткәндә, компьютерҙар, музыкаль үҙәк һатып алынған, интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге булдырылған. Район хакимиәте китапхананы заманса мебель менән йыһазландырыуҙа ярҙам күрһәткән.
Моделле китапхананы асыу тантанаһында район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре, ветерандар советы вәкилдәре, депутаттар, эшҡыуарҙар, урындағы яҙыусылар һәм шағирҙар, мәктәп уҡыусылары һәм ауыл халҡы ҡатнашты. Китапхананы яңыртыуға ҙур өлөш индергән кешеләргә - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары, ә китапхананың үҙенә учреждениеның моделле стандарт талаптарына тап килеү сертификаты тапшырылды.
Әлеге сара айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда «Башҡорт йорто» крайҙы өйрәнеү мөйөшө, биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе һәм урындағы үҙешмәкәр рәссам Фән Ғәниевтың күргәҙмә-галереяһы ойошторолдо, тип хәбәр итте муниципаль райондың биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Әлфиә Шәйҙуллина.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика