04:59 (UTC+5), 15 Ноября 2011

Республикала Роберт Йәғәфәров исемендәге премия булдырылды

Евгений Рәхимҡолов
Роберт Йәғәфәров исемендәге премия Өфөләге Болғар мәҙәни үҙәге башланғысы менән булдырылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәтенең башҡарма директоры Татьяна Коробова хәбәр итте.
— Премия менән беҙҙең Йәмғиәт тарафынан ойошторолған төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы балаларҙың ижади эштәре билдәләнәсәк, - тип комментарий бирҙе ул. – Тейешле ҡарар премияның ойоштороу комитеты менән ҡабул ителде.
Премия ярҙамында балаларҙың ижадҡа ынтылышын дәртләндереү генә түгел, ә йәш быуынға рәссамдың баһалап бөткөһөҙ мираҫын тапшырыу мөмкинлеген дә бирә, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Роберт Йәғәфәров республиканың танылған үҙешмәкәр рәссамдарының береһе булды. Һөнәре буйынса врач булараҡ ул 20 йыл тирәһе Өфөнөң 13-сө дауаханаһында эшләй. Әммә 1995 йылда медицинаны ҡалдырып, рәсем буйынса махсус белеме булмаһа ла, Роберт Йәғәфәров тулыһынса һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә башлай.
Роберт Йәғәфәров Рәсәй Рәссамдар союзы һәм ЮНЕСКО ағзаһы булды. Бөгөн уның эштәре Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Өфөнөң «Мираҫ», «Урал» галереяларында, Бөрө, Белорет ҡалаларының, «Янғантау» шифаханаһының картиналар галереяһында һаҡлана. Күп кенә эштәрен Америка, Франция, Германия, Норвегия, Төркиә, Малайзия, Израиль һәм башҡа илдәрҙең шәхси коллекционерҙары һатып алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика