12:27 (UTC+5), 10 Ноября 2011

Волга буйы федераль округы медиа-форумында меморандум ҡабул ителде

Әлим Фәйезов
Көн элгәре Түбәнге Новгородта II Волга буйы федераль округы медиа-форумы тамамланды. Унда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота, алдынғы киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары вәкилдәре, эксперттар, шулай уҡ Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Медиа-форумда ҡатнашыусылар конфессиональ мөнәсәбәттәр, мәҙәниәт, социаль сәйәсәт, инновациялар өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Форум эше пленар ултырыш менән тамамланды, унда меморандум ҡабул ителде.
«Волга буйы федераль округы төбәктәрендә булған төрлө сәйәси, иҡтисади, социаль һәм мәҙәни процесстар федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында сағылыш таба. Округ медиа-форумы үҙ-ара конструктив эш итеү майҙансығы булып тора, - тип билдәләнә меморандумда. – Шулай ҙа округта йәмғиәт һәм дәүләт үҫешенең мөһим тенденцияларын сағылдырған мәғлүмәт продукттарының яңы сараларын будырыу талап ителә».
Медиа-форумда ҡатнашыусылар округ төбәктәрендә 2020 йылға тиклем Волга буйы федераль округын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы; шулай уҡ милли-конфессиональ мөнәсәбәттәр өлкәһендә мәғлүмәт сәйәсәтен формалаштырыу, киң мәғлүмәт сараларында йәмәғәт структураларының дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен сағылыдырыу кеүек үҙ-ара килешеп эш итеү йүнәлештәрен өҫтөнлөклө итеп билдәләргә кәрәк, тип иҫәпләй.
Сарала ҡатнашыусылар журналистарҙы иң яҡшы сәнғәт өлгөләрен, спорт ҡаҙаныштарын, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеген һәм йәштәр башланғыстарын киң мәғлүмәт сараларында әүҙем сағылдырырға саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика