Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
20+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2011, 15:19

Евгений Маврин интернет менән ҡулланыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе

9 ноябрҙә «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында (www.i-gazeta.com) Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Мавриндың онлайн-конференцияһы үтте.
11-ҙән 12 сәғәткә тиклем «Министрға һорау бир!» бүлегендә тейешле форма тултырып, «Ижтимағи электрон гәзит» уҡыусыһы уға мөрәжәғәт итә алды.
Интернет менән ҡулланыусылар өсөн i-gazeta.com сайтынан видеотрансляция «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында ойошторолдо.
Евгений Мавриндың виртуаль киңлектәге әңгәмәһе «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.
Тейешле техник эштәр башҡарылғандан һуң, «Ижтимағи электрон гәзит» сайтында онлайн-конференция буйынса тулы видеоотчет урынлаштырыласаҡ.
Автор:Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: