12:32 (UTC+5), 09 Ноября 2011

Башҡорт дәүләт университетында «Мәҙәниәт көндәре–2011» үтә

Башҡорт дәүләт университетында йола буйынса Мәҙәниәт көндәре үтә. Сараны «Киң күләмле мәҙәни эшмәкәрлекте иң яҡшы ойоштороусы» конкурсы асты. БашДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был аҙнала өс сара үтәсәк. Бөгөн төп корпустың йыйылыштар залында «Минең донъям – сәхнә» алып барыусылар конкурсы уҙғарыласаҡ. Шаршамбы, 9 ноябрҙә, - «Былар барыһы ла кинофильм кадрҙары» эстрада йырҙары конкурсы, 12 ноябрҙә Конгресс-холда «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбленең юбилей концерты үтәсәк.
Шулай уҡ 17 ноябрҙә вуздың төп корпусында – «Мин, һин, ул – бергә тоташ бер ил» фотокүргәҙмәһе, шулай уҡ «Бәләкәй Арбат» hand-made күргәҙмәһе асыласаҡ. 18 ноябрҙә йыйылыштар залында студенттар «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынында көс һынашасаҡ.
22 ноябрҙә университеттың ижади коллективтары хәҙерге заман сәнғәте фестивалендә ҡатнашасаҡ. «Мәҙәниәт көндәре–2011» БашДУ студенттары менән ойошторолған «Яңы йондоҙҙар ҡабынһын, элеккеләре – һүнмәһен» клубының юбилей кисәһе менән тамамланасаҡ. Кисә 25 ноябрҙә үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика