18:00 (UTC+5), 08 Ноября 2011

Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса акция барышында 20 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ медиктарға мөрәжәғәт иткән

Әлфиә Әһлиуллина
Башҡортостанда 1 - 29 октябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар маммографик тикшеренеү үтте. Һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм иртәрәк диагностикалау буйынса бындай күләмле сара төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән Өфөлә 15-16 ноябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй әсәләр форумы алдынан үткәрелде.
«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, акция сиктәрендә белгестәр йәмғеһе 22014 ҡатын-ҡыҙға консультация биргән, шуларҙың 12493-ө медицина күрһәтмәләре буйынса маммография үткән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 4578 ҡатында төрлө патология табылған, шул иҫәптән: 3473 осраҡта — мастопатия, 305 осраҡта фиброаденома булыуы асыҡланған. Был ҡатын-ҡыҙҙар өҫтәмә консультациянан һуң белгестәр күҙәтеүе аҫтына алынған, 786-һы диагнозды асыҡлау өсөн өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән.
15 октябрҙә ошо уҡ акция сиктәрендә 1-се Республика клиник онкология диспансеры поликлиникаһы онкомаммологтары менән һөт биҙҙәре ауырыуҙарын иҫкәртеүгә арналған Асыҡ ишектәр көнө үткәрелгән. Көн дауамында 110 ҡатын-ҡыҙ консультация алған, шуларҙың 56-һына асыҡланған патология буйынса рекомендациялар бирелгән. Яман шештәр табылмаған.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, һөт биҙҙәре рагы – ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң ныҡ таралған яман шеш ауырыуы. Онкология сирҙәре структураһында был локализация беренсе урында килә. Донъяла йылына һөт биҙҙәре яман шешенең 1 млн осрағы теркәлә. Йыл һайын ул 5-6 процентҡа арта бара. Рәсәйҙә ауырый башлағандарҙың 60 процентында был патология — I-II стадияһында, ә 40 процентында III-IV стадияла асыҡланған,. Иң күп ауырыусылар һәм сирҙең артыуы 55 – 69 йәшлектәр төркөмөндә теркәлгән. Һөт биҙҙәренең яман шеше ҡатын-ҡыҙҙарҙың онкологиянан үлеүенең төп сәбәбе булып тора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика