Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.92
-0.33
98.9
+0.07
83.29
+0.02
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2011, 10:32

Рөстәм Хәмитов Өфө авиация техник университеты студенттары менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Өфө дәүләт авиация техник университеты студенттары менән осрашыуында эшкә урынлашыу, инновациялар индереү, дәрестәрҙә алған белемде фәнни эшмәкәрлек менән нигеҙләү һәм бәләкәй инновациялы предприятиелар ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Әңгәмә 2 ноябрҙә республикалағы төп техник вуздың ҙур залында үтте.
— Йәш белгестәрҙе эшһеҙ ҡалдырыуға хоҡуғыбыҙ юҡ. Был властарҙың төп бурыстарының береһе, — тине студенттар менән осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов.
Президент бының өсөн ҡәтғи саралар күрергә кәрәклеген билдәләне. Уны хәл итеүгә системалы ҡараш булғанда ғына реаль һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин.
Республика башлығы бөгөн хеҙмәт баҙарында күҙәтелгән хәлдәрҙе һүрәтләне. Гуманитар өлкә белгестәре саманан тыш күп әҙерләнә: республикала юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың 60 проценты гуманитар йәки иҡтисади белем ала. Ошо дисбаланс республикаға уңышлы эшләргә һәм сығырылыш студенттарын эшкә урынлаштырырға ҡамасаулай. Бөгөн Башҡортостандың 10 мең кешеһенә 364 студент тура килә, Рәсәйҙә был күрһәткес 410-ға тиң. Иң күп студенттар Сыуашстанда – 10 мең кешегә 500 кеше.
Рөстәм Хәмитов студенттарҙы вуз тамамлағандан һуң йәштәрҙең ниңә эш таба алмауын бергәләп асыҡларға саҡырҙы. Сәбәптәр иҫәбендә йәш белгестәргә түбән эш хаҡы түләнеүе, уларҙың иҡтисади процестарға йәлеп ителмәүе кеүек проблемалар аталды. Йәштәр производствоның модернизацияланыуын көтә, һәм улар, әйтергә кәрәк, күпкә артығыраҡҡа өмөт итә. Хәйер, властарҙан глобаль үҙгәрештәр көткәнсе, хәҙерге заман йәш белгестәре был процесты үҙҙәре лә башлай алыр ине.
Башҡортостан Президенты республиканың иҡтисади күрһәткестәре тураһында ла һөйләне. Миҫал өсөн, сәнәғәт производствоһы күләмдәре Башҡортостанда дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән юғары. Ағымдағы йылда ҡаралған һалым йыйыу буйынса план да үтәлгән. Торлаҡ төҙөлөшө күләмдәре лә былтырғы күрһәткестәрҙән 5 процентҡа юғарыраҡ. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, халыҡты лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, торлаҡ, эш менән тәьмин итеү власть эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡала. Йәш белгестәрҙе эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе лә – төп маҡсаттарҙың береһе.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Юрий Пустовгаров йәштәргә үҙенең һәләтен ҡулланырлыҡ өлкә табыуға булышлыҡ итәсәк системалы алымдар тураһында һөйләне. Республикала йөҙҙән ашыу эшсеһе булған 286 предприятие бар. Әгәр йыл һайын эш урындарының 1-2 проценты йәш белгестәргә ҡалдырылһа, 4 мең самаһы студент белеме буйынса эшкә урынлаша аласаҡ. Әгәр сәнәғәттә йыл һайын кадрҙарҙың 15 проценты эш алмаштырыуын иҫәпкә алһаҡ, үрҙә бирелгән һан ғәмәлдә тап киләсәк. Был тәҡдим һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы йәш белгестәр өсөн предприятиела эш урындарын квоталау буйынса закон проектын булдырыу башланғысы менән сығыш яһарға әҙер.
Осрашыуҙа бизнестың студенттарҙы билдәле бер производстволар өсөн әҙерләү яҡлы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ошоға бәйле предприятиелар әле үк производстволарына һайлап алыу өсөн техник вуздарҙың юғары курстарында уҡыған студенттар менән осрашырға әҙер. Көн элгәре Өфө дәүләт авиация техник университетында «Альстом» һәм «Русгидро» компаниялары вәкилдәре менән осрашыу үткән. Улар республикала индустриаль технопарк төҙөйәсәк һәм әле үк кадрҙар туплау менән шөғөлләнә. 550 студент яңы производствола лайыҡлы эш һәм хеҙмәт хаҡы аласаҡ. Сит илдә стажировка үтеү тураһында килешеүҙәр ҙә төҙөлгән.
Сарала студенттар үҙҙәренең белемен ҡуллана алырлыҡ бер нисә ҙур инвестицион проекттар тураһында ла һүҙ булды. Улар машиналар эшләү, ағас эшкәртеү, ауыл хужалығы, нефть табыу буйынса бәләкәй компаниялар ойоштороу кеүек өлкәләргә ҡағыла.
— Проблема бер ултырғанда хәл ителмәй, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, осрашыуҙы тамамлап. – Был бик ҙур эш, һәм беҙ уны башлағанбыҙ.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: