Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Ноябрь 2011, 18:00

Гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары яуап бирә

Шишәмбе, 8 ноябрҙә, «Версия Башкортостана» социаль-хоҡуҡи аҙналығы редакцияһында Өфөнөң Ленин районы прокуроры урынбаҫары Татьяна Овчинникова хоҡуҡи яҙам күрһәтәсәк.
Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән мохтаждарҙың барыһы ла файҙалана ала. Бының өсөн 15-17 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 номерына шылтыратығыҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәре үткәрелә.
«Ҡыҙыу линия»ға мөрәжәғәттәр граждандар, шулай уҡ енәйәт эштәренә бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында ҡабул ителгән һорауҙарға яуаптар гәзиттең киләһе һандарында баҫылып сыға.
Үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙҙы купонға ла яҙып ебәрә алаһығыҙ, ул, ҡағиҙә булараҡ, баҫманың 15-се битендә бирелгән. Компетентлы кешеләрҙән алынған яуаптар «Һеҙҙең хоҡуҡ» кеүек икенсе даими рубрикала донъя күрәсәк.
Автор:Анжелика Ғиззәтуллина
Читайте нас: