06:02 (UTC+5), 03 Ноября 2011

Баш ҡалала «Евро-Өфө-Азия» мода форумына йомғаҡ яһалды

Галина Бахшиева | фото: Олег Яровиков
2 ноябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән «Евро-Өфө-Азия» XII мода форумында Лена Карнаухова ательеһы еңеүсе булды. Уның «Мария-Даниэла» пальто һәм күлдәктәр коллекцияһы мода форумы сиктәрендә үткән «Тормош байрам кеүек» конкурсында иң яҡшыһы тип танылды.
Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡортостан производство комбинаты модельерҙары менән әҙерләнгән «Көнсығыш мозаикаһы» коллекцияһы икенсе урынды яуланы.
Өсөнсө урынға Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлаусы Ғәлиә Хәйруллина сыҡты.
Призерҙар кубоктар һәм туҡыма, профессиональ техника алыуға сертификаттар алды.
Форумды ойоштороусылар булып Өфө хакимиәте һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы сығыш яһаны. Сарала 30 модалы кейем коллекцияһы тәҡдим ителде.
Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин фекеренсә, 12 йыл эсендә «Евро-Өфө-Азия» мода форумы иң яҡшы эштәрҙе тәҡдим итеү майҙансығына әүерелде.
— Беҙҙә клиенттың барлыҡ талаптарын да үтәй алырлыҡ ателье, дизайнер һәм кутюрьеларҙың булыуын барыһына ла күрһәтеү беҙҙең маҡсат булып тора. Мода индустрияһының билдәле белгестәренән тыш, конкурста йәш дизайнерҙарҙың да ҡатнашыуы ҡыуандыра. Ҡайһы берәүҙәренең эштәре ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улырҙың ижади һәләттәре киләсәктә лә ҙур һорау менән файҙаланылыр, тип ышанғы килә, - тине жюри ағзаларының береһе, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәтләндереүҙәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика