13:06 (UTC+5), 02 Ноября 2011

«Тиң мөмкинлектәр» социаль проекты сиктәрендә Өфө кешеһе бушлай кресло-каталка алды

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә Республика граждандарҙы реабилитация саралары һәм шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡалалағы инвалидтарҙың береһенә бушлай кресло-каталка тапшырҙы. Был сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тиң мөмкинлектәр» социаль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә үтте.
— Проект бөтә ил территорияһында тормошҡа ашырыла, — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Республика граждандарҙы реабилитация саралары һәм шифахана-курорт путевкалары менән тәьмин итеү үҙәге етәксеһе Эльвира Абдуллина. Мохтажлыҡ кисергән инвалидтарҙы реабилитациялауҙың техник саралары менән тәьмин итеү – уның төп маҡсаты. «Тиң мөмкинлектәр» проекты программаһына ярашлы, мохтажлыҡ кисергән һәр инвалидтың 2012 йылдың беренсе кварталына тиклем ошондай средстволары булырға тейеш. Бөгөн беҙ Өфө граждандарының береһенә ошондай кресло тапшырҙыҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика