15:38 (UTC+5), 02 Ноября 2011

Өфөлә тыуымдың тотороҡло артыуы күҙәтелә

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә һуңғы биш йылда халыҡ үлеме күрһәткесе 4,8 процентҡа кәмегән. Был хаҡта ҡала башлығында үткән оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы етәксеһе Нәсимә Күсемова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡалала демографик хәлдәрҙең яҡшырыуына өсөнсө йыл рәттән күҙәтелгән тыуым артыуы ла йоғонто яһай. Был арала халыҡтың тәбиғи артыуы Өфөлә ун мең кешегә иҫәптә өсәүҙән 21 кешегә еткән.
Нәсимә Күсемова Өфө халҡының сәләмәтлегенә экологик хәлдәрҙең, аҙыҡ-түлек сифатының һәм медицина хеҙмәтләндереүенең йоғонтоһо тураһында ла һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ҡала атмосфераһына ташланған бысраҡ матдәләр күләме былтыр 345 мең тоннанан ашыуҙы тәшкил иткән. Шуларҙың 220 меңе – автотранспорт төтөнө. Йәнә уҙған йылда Өфө биләмәһендә алынған һыу пробаларын тикшереү барышында гигиена нормативтарынан тайпылыуҙың 28 осрағы теркәлгән. Санитар-химик күрһәткестәр буйынса тайпылыштар булмаған. Нәсимә Күсемова әйтеүенсә, Өфөлә профессиональ ауырыуҙар кимәле әлеге мәлдә республика кимәленән түбән булып ҡала – 10 мең хеҙмәткәргә иҫәптә 0,93 һәм 1,74 процент.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика