05:02 (UTC+5), 02 Ноября 2011

Өфөлә «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков
11 ноябрҙә Башҡорт дәүләт аграр университетының Йәштәр һарайында «Алтын Урал» халыҡ ижади премияһын тапшырыу тантанаһы үтәсәк. Премия икенсе тапҡыр тапшырыла. Тәүгеләрҙән булып премияға шағир Роберт Паль, актер Олег Ханов, шағир Әхмәр Үтәбай, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтов, композитор Роза Сәхәүетдинова, Башҡорт операһы солисы Йәмил Әбделмәнов, балалар шағиры Рәсимә Ураҡсина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Резеда Әминева, йырсы Ғәзим Ильясов һәм төбәктең башҡа күп сәнғәт оҫталары лайыҡ булғайны. Премия 2010 йылда «Седой Урал» гәзите менән булдырылған.
— Әлеге премияны булдырыуҙың төп маҡсаты – Башҡортостандың профессиональ сәнғәтен һәм республиканың ысын ватансылары булған ижади кешеләрҙе пропагандалау, - тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында проектты башлап ебәреүсе, «Седой Урал» гәзите мөхәррире Гөлфиә Шәүәлиева. – Сәнғәт эшмәкәрҙәре араһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, онотолғандары ла бар. Һәм беҙҙең маҡсат – ғәҙеллеккте булдырыу.
Гөлфиә Шәүәлиева һүҙҙәренсә, премия гәзит уҡыусыларының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса бирелә. Тауыш биреү өсөн купондар гәзит биттәрендә баҫтырылған ине.
Шулай уҡ йыл дауамында Фән Вәлиәхмәтов етәкселегендә жюри эшләп килде. Улар төрлө мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлештәрендә номинанттарҙы билдәләне.
Быйыл премияға республика мәҙәниәтенең һәм сәнғәтенең 24 әүҙем эшмәкәре лайыҡ булды. Улар араһында – ҡурайсы Азат Айытҡолов, композиторҙар, йырсылар Наил Шәймәрҙәнов һәм Нурия Абдуллина, баянсылар Сибәғәт Яруллин һәм Айнур Фәтихов, «Мирас» фольклор ансамбленең художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова, йырсылар Айгөл Һағынбаева, Әнүәр Нурғәлиев, шулай уҡ Марат Шәйбәков, Зилә Шәехова, Фәнир Ғәлимов, Гүзәл Диникеева, «Өмет» республика гәзите, режиссер Илнур Муллабаев.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика