12:06 (UTC+5), 01 Ноябрь 2011

Башҡортостандың Ауырғазы районында «Таҙа ауыл» акцияһы үтә

Галина Бахшиева
Ауырғазы районының Толбазы ауылында ағымдағы йылдың яҙында старт алған «Таҙа ауыл» акцияһы дауам итә. Акцияның төп маҡсаты – йәштәрҙең экологик мәҙәниәтен арттырыу. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө территориаль идаралығы һәм район хакимиәте сығыш яһай.
— «Таҙа ауыл» акцияһын үткәреү урыны осраҡлы ғына һайланманы. Толбазы ауылын урман уратып алғанға күрә, был тәбиғәт ҡосағы йәштәрҙең яратҡан ял итеү урынына әүерелде. Тимәк, был урмандар айырыуса ярҙамға мохтаж, - тип һөйләне «Башинформ» агентлығына төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
Октябрҙә генә «Таҙа ауыл» акцияһында ҡатнашыусы Толбазы халҡы дөйөм майҙаны дүрт гектар тәшкил иткән урман-парк зонаһын таҙартҡан. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына 18 кубометр сүп-сар тейәп оҙатылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика