11:01 (UTC+5), 31 Октября 2011

Нәжип Асанбаевтың юбилейы Өфөлә театраль фестиваль менән билдәләнәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
7 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, драматург Нәжип Асанбаевҡа 90 йәш тула. Яҙыусының юбилейы айҡанлы 2 - 8 ноябрҙә Өфөлә матур датаға арналған театр фестивале үтәсәк. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә юбилей кисәһе 9 ноябргә билдәләнгән.
Фестиваль афишаһы юбилярҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән спектаклдәрҙән тора. «Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, Өфө «Нур» татар дәүләт театрында Салауат башҡорт драма театры артистары үҙенең оҫталығын күрһәтәсәк. 2 ноябрҙә, фестивалдең тәүге көнөндә, коллектив - «Сейәле тау»ҙы, 3 ноябрҙә – «Зәйтүнгөл»дө, 4 ноябрҙә – «Ете ҡыҙ» спектаклен күрһәтәсәк.
5 ноябрҙә «Нур» театры үҙенең сәхнәһендә «Шишмә» спектаклен ҡуя.
7 ноябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Туймазы татар дәүләт драма театрының спектаклен ҡарарға мөмкин. Туймазылар тамашасыларға «Рәйсә+Фәйзи»не тәҡдим итәсәк.
6 ноябрҙән фестиваль марафоны Башҡорт академия драма театрында старт ала. Был көндө академтеатр труппаһы тамашасыларға театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахманов ҡуйған «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын тәҡдим итәсәк.
8 ноябрҙә ошонда уҡ «Ҡыҙыл паша — Кәрим Хәкимов» пьесаһы көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика