12:02 (UTC+5), 31 Октября 2011

Башҡортостан пенсионерҙары 5 меңгә Төркиәгә барып ҡайтты

Ғәлиә Нәбиева
Социаль туризм программаһы арҡаһында Башҡортостандың ябай пенсионерҙары Төркиә курорттарына барып ҡайтты. Путевкалар уларға ни бары 5 мең һумға төштө, тип хәбәр иттеләр БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында. Ҡалған сығымдарҙы республика бюджеты үҙ өҫтөнә алған. Программала ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берәүҙәре республика шифаханаларында ял итеүҙе йәки Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына барыуҙы хуп күргән.
Бөгөнгө көндә Башҡортостан социаль туризм проектын бойомға ашырған берҙән-бер төбәк булып тора. Ошо проект арҡаһында оло йәштәгеләр һәм инвалидтар дәүләт ярҙамында Рәсәй шифаханаларында һәм сит илдәрҙә ял итеү мөмкинлеге алды.
Был пилот проектын тормошҡа ашырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысын Мәскәүҙә үткән осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев та хупланы.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда йәшәгән 3 мең пенсионер һәм инвалид был программа менән файҙаланасаҡ, тип күҙаллана. Республика буйынса турҙарға — дөйөм путевкалар иҫәбенең 60 проценты (1800), Рәсәй буйынса турҙарға — 30% (900), сит илдәр буйынса турҙарға 10% (300) субсидияланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика