Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-18 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2011, 15:23

Туймазы йәштәре ҡан тапшырыу буйынса акцияла ҡатнашты

Туймазы йәштәре ҡан тапшырыу буйынса хәйриә акцияһында ҡатнашты. Был сара «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы»ның урындағы бүлексәһе һәм «Беҙ – бергә!» хәрәкәте волонтерҙары менән ойошторолдо, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең рәсми сайты.
Октябрьский ҡалаһындағы ҡан тапшырыу станцияһына Туймазы педагогия колледжынан 11 кешелек студенттар төркөмө килде. Ҡан тапшырыу алдынан һәр береһе медицина тикшеренеүе үтте, кәрәкле анализдар тапшырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр теләүсе лә ҡан тапшыра алманы.
Акцияла ҡатнашыусыларҙың киләһе төркөмө Туймазынан Октябрьскийға ноябрҙә киләсәк. Туймазы халҡы Октябрьский ҡалаһындағы дөйөм донорҙар һанының яҡынса 10 процентын тәшкил итә. Ҡан тапшырыу станцияһында йыл һайын 2,5 тоннанан ашыу ҡан йыйыла.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас