Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2011, 18:25

Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы юбилейын билдәләй

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына 25 йыл тула. Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы кисә 28 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк.
Сарала А.Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы (Санкт-Петербург), Мәскәү дәүләт хореография академияһы, Новосибирск, Красноярск, Пермь ҡалаларының хореография колледждары вәкилдәре, балет тәнҡитселәре, журналистар ҡатнашасаҡ.
Юбилей уңайынан колледжда уҡыусылар художестволы етәксе Леонора Ҡыуатова һәм директор Әмир Тойғонов менән ҙур байрам программаһы әҙерләгән. Кисәлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ» фольклор ансамбле ҡатнашасаҡ.
Бөгөнгө көндә Р.Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы Рәсәйҙә хореография профилендәге иң йәш уҡыу йорто булып тора. Унда республика ҡалаларынан ғына түгел, Санкт-Петербург, Мәскәү, Һамар, Силәбе, Екатеринбург ҡалаларынан һәм Рәсәйҙең милли төбәктәренән 300-гә яҡын һәләтле бала белем ала.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: