14:05 (UTC+5), 28 Октября 2011

«Иман нуры» республика пьесалар конкурсында еңеүсе 300 мең һум аҡса аласаҡ

Әлфиә Әһлиуллина
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Хәмзә хажи Аҡбарҙың хәйриә фонды менән берлектә «Иман нуры» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.
Әхлаҡ, изгелек, дуҫлыҡ, матурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү, йәмғиәтте социаль һәм рухи проблемаларҙан азат итеү, шулай уҡ Башҡорт драма театры репертуарын байытыу конкурстың төп маҡсаттары булып тора. Бәйге йәш таланттарҙы асыҡларға ярҙам итәсәк, тип иҫәпләй ойоштороусылар.
Конкурста ҡатнашыусы пьесалар үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы һәм заманса булырға тейеш. Бәйге 30 октябрҙән 2012 йылдың 30 апреленә тиклем дауам итәсәк. 300 мең һум аласаҡ еңеүсе исеме 15 июндә - театрҙың әлеге миҙгелен ябыу көнөндә иғлан ителәсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика