11:18 (UTC+5), 28 Октября 2011

Быйыл көҙ Йәрмәкәй районынан 20 кеше Ҡораллы Көстәр сафын тулыландырасаҡ

Тимур Рәхмәтуллин
Быйыл көҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәренә Башҡортостандың Йәрмәкәй районынан 20 кеше саҡырыласаҡ. Уларҙың күпселеге – юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусылар. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Ватанды һаҡларға егеттәр ҙур теләк менән бара.
Йәрмәкәй ауылының Мәҙәниәт йортонда буласаҡ һалдаттар менән осрашыу үтте. Сара район хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге менән ойошторолдо. Егеттәр төрлө спорт ярыштарында көс һынашты, үҙешмәкәр артистар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙарын ҡараны.
— Ватанды һаҡлау – оло хөрмәт кенә түгел, ҙур яуаплылыҡ та, - тине Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хөснөтдин Хәйретдинов, егеттәргә мөрәжәғәт итеп. – Намыҫлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Батырлыҡ эстафетаһы быуындан быуынға тапшырыла. Заманында беҙ ҙә дошмандарҙы тар-мар итеп, Ватан алдындағы бурысыбыҙҙы намыҫлы үтәнек. Командирҙарығыҙ алдығыҙға ҡуйған бурыстарҙы һеҙ ҙә лайыҡлы үтәрһегеҙ, тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика