Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.45
-0.28
93.23
-0.34
59.45
-1.11
-13 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2011, 16:59

Башҡортостан дүрт көн – 4 ноябрҙән 7-һенә тиклем ял итәсәк

2011 йылдың 4 - 7 ноябре Башҡортостанда ял көндәре тип иғлан ителде, тип хәбәр иттеләр бөгөн «Башинформ» агентлығына БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
Йома, 4 ноябрь, Халыҡтар берҙәмлеге көнө, ял көнө булып тора. Кесаҙна, 3 ноябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Ҡорбан ғәйете байрамы ял көнө — йәкшәмбегә, 6 ноябргә, тура килә. РФ хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ял һәм эшләмәгән байрам көндәре тура килгәндә ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда быйыл 4, 5, 6 һәм 7 ноябрь ял көндәре булып тора.
Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас