07:35 (UTC+5), 27 Октябрь 2011

Өфөлә 70-тән ашыу студент мохтаждар өсөн ҡан тапшырҙы

Евгений Рәхимҡолов | фото: Полина Вишневская
Башҡорт дәүләт аграр университетының 70-тән ашыу студенты Башҡортостандың йәш гвардиясылары тарафынан ойошторолған Донор көнө сиктәрендә мохтаждар өсөн ҡан тапшырҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.
Ҡан тапшырыусы студенттар 209 һум күләмендә аҡса һәм туҡланыуға талон алды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ теләүселәр ҙә ҡан тапшыра алманы. Ҡан тапшырыу алдынан студенттар медицина тикшеренеүе үтте. Һөҙөмтәлә кемдеңдер ауырлығы етмәне (донор ауырлығы кәм тигәндә 50 килограмм булырға тейеш), кемдәлер ауырыуҙар асыҡланды.
— Ҡайһы бер студенттар ҡан тапшырырға өсөнсөгә килде, ҡайһылары был сарала тәүгә ҡатнаша, - тип һөйләне Полина Вишневская. - Әммә быға ҡарамаҫтан уларҙың һәр береһе кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһон кисерҙе. Сөнки күп кешеләр донорҙар ҡанына мохтаж, ә уны табыуы бик ауыр.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика