07:38 (UTC+5), 26 Октября 2011

Бер аҙнала республиканың 15 мең кешеһенә киҫкен вируслы инфекция диагнозы ҡуйылған

Ғәлиә Нәбиева
Уҙған аҙна йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 15 мең кеше киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырый башлаған. Пациенттарҙың 70 проценттан ашыуы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Роспотребнадзорҙың республикалағы идаралығында ауырыусылар иҫәбенең 8,8 процентҡа артыуын билдәләйҙәр. Грипп осраҡтары теркәлмәгән.
Башҡортостандың баш ҡалаһында вируслы инфекция диагнозы дүрт меңгә яҡын ҡала кешеһенә ҡуйылған. Табиптарға мөрәжәғәт итеүселәр араһында йәнә балалар өҫтөнлөк итә. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар һаны 3,8 процентҡа артҡан. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле эпидемик сиктән 31,7 процентҡа түбән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика