16:06 (UTC+5), 26 Октября 2011

Башҡорт медицина университеты студенттары 35 литрҙан ашыу ҡан тапшырҙы

Тимур Рәхмәтуллин
«Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе активистары Башҡорт дәүләт медицина университетында Донор көнөн үткәрҙе. Юғары уҡыу йорто шифахана-профилакторийына ҡан тапшырыу өсөн 89 кеше килде.
«Башинформ» агентлығына «Йәш Гвардия»ның төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итеүенсә, акцияла ҡатнашыусы донорҙар һаны көтөлгәндән күпкә күберәк булған. Һөҙөмтәлә 35 литрҙан ашыу ҡан тапшырылған.
— Ҡан тапшырыу – һәр кемдең үҙ ихтыярында, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өфөнөң Совет районындағы «Йәш Гвардия» партияһының беренсел штабы начальнигы Роберт Иштуков. - Әммә бындай изгелек тейешенсә баһаланырға тейеш. Шуның өсөн һәр донор 2 көнгә дәрестәрҙән бушатыу справкаһы, 209 һум һәм университет ашханаһында туҡланыуға талон алды. Күпселек студенттар бөгөн тәүгә килгән. Уларҙың был аҙымы менән яҡындары ғорурлана ала.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан йәш гвардиясылары башланғысы менән Донор көндәре ҡаланың башҡа юғары уҡыу йорттарында ла үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика