10:19 (UTC+5), 25 Октября 2011

Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» республика фестивале кубогын Екатеринбург командаһы яуланы

Стәрлетамаҡта үткән Шаяндар һәм тапҡырҙар клубының «Асмандарға ашыу» икенсе республика фестивале кубогын Екатеринбургтан «Ҡыш» командаһы яуланы. Икенсе урында – Өфө дәүләт нефть техник университеты йәштәре, өсөнсө урынды «3Ко» (Стәрлетамаҡ) һәм «Үҙебеҙҙекеләр» (Салауат) командалары бүлеште.
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ биш номинацияла еңеүселәр билдәләнде. Иң яҡшы ир-егеттәр роле өсөн – Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Рауил Бәҙретдинов, ҡатын-ҡыҙҙар роле өсөн Өфөнөң «Үҙәк» командаһынан Альбина Сәлимова билдәләнде. Иң яҡшы музыкаль номер – «Макфа» командаһында (Өфө), иң яҡшы шаяртыу - «Көньяҡ Башҡортостан» командаһында (Мәләүез), иң яҡшы уйын номеры «Үлемесле ҡорал-3» командаһында (Өфө) булды.
Стәрлетамаҡтың Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы хәрәкәте һәм «Асмандарға ашыу» командаһы менән ойошторолған сарала 12 коллектив ҡатнашты. «Асмандарға ашыу» командаһы фестивалдә конкурстан тыш сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика