11:46 (UTC+5), 19 Октября 2011

Мишкә районында мари композиторы Алексей Искәндәровҡа һәйкәл асылды

Тимур Рәхмәтуллин
Мишкә районының Ирсай ауылында билдәле мари композиторы Алексей Искәндәровҡа бюст асылды.
«Башинформ» агентлығына «Мишкә» мари тарихи-мәҙәни үҙәге методисы Людмила Алексеевна хәбәр итеүенсә, һәйкәлде асыу өсөн Мишкә, Бөрө, Ҡалтасы райондары һәм Өфө ҡалаһы халҡы аҡса йыйған.
Бюсты асыу тантанаһына күрше райондарҙан, Өфө һәм Йошкар-Ола ҡалаларынан делегаттар килде.
— Был Ирсай ауылы кешеләре өсөн генә түгел, бөтә Мишкә районы халҡы өсөн дә көтөп алынған ваҡиға булды, - тип билдәләне Людмила Имаева. – Алексей Искәндәров бөйөк композитор булараҡ Йошкар-Ола ҡалаһында формалашҡан, әммә уйҙары менән ул һәр саҡ тыуған яғында булған. Тыуған төйәгенең илаһи моңдарын ул ноталарға һалған. Бюсты асыу – уның бәләкәй ватанына үҙенә күрә ҡайтыуы булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика